газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2019, 11:30

Көн боҙола, юлда ипләп йөрөгөҙ

Башҡортостанда бөгөн дә тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана.

Башҡортостанда бөгөн дә тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана. Киске 8-гә тиклем ҡотҡарыусылар юғары әҙерлектә була. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 берҙәм ҡотҡарыу телефонына шылтыратырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты иҫкәртә: мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Ведомство хеҙмәткәре Гүзәл Шәрәфетдинова:
- Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал, буран сыға. Бындай һауа шарттарында водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ. Тиҙлек режимын боҙмаҫҡа, тейешле дистанция һаҡларға кәрәк.

Читайте нас: