Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнә. Былтыр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары “Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы” тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәт ултырышында ошондай ғаиләләргә күрһәтеләсәк ярҙамдың суммаһы билдәләнде, түләү тәртибе аныҡланды. Республикала 47 ғаиләлә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә.