Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2019, 13:23

Үҙебеҙҙең "Mainkraft" буласаҡ

Хәҙер Башҡортостандың үҙенең «Minecraft» уйыны бар. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы айтишниктары барыһына ла билдәле «Minecraft»ҡа бик ныҡ оҡшаған «Зәрҡүм» уйынын эшләгән.

Хәҙер Башҡортостандың үҙенең «Minecraft» уйыны бар. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы айтишниктары барыһына ла билдәле «Minecraft»ҡа бик ныҡ оҡшаған «Зәрҡүм» уйынын эшләгән.

«Уйындың сюжеты «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостарына, шулай уҡ халҡыбыҙҙың легендаларына, риүәйәттәренә нигеҙләнгән», - тип һөйләйҙәр университеттың матбуғат хеҙмәтендә.

Әкити мажарала уйынсыға - йәш батырға - яманлыҡты еңеү һәм Башҡортостанға тыныслыҡ алып килеү өсөн уйлап сығарылған урта быуат донъяһы буйлап сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге бирелә. Шул рәүешле уйынды әҙерләүселәр Рәсәй һәм донъя халҡын республикабыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ менән таныштырырға ниәтләй.

Minecraft - тарихта күпләп һатылған компьютер уйындарының береһе, ул Тетристан ғына ҡалыша. 2018 йылдың октябренә уны барлыҡ платформаларҙа дөйөм һатыу 154 миллион күсермәнән артып киткән.
Читайте нас: