Башҡортостанда инфляция уҙған йылда 4,3 процент булған. Был турала статистика хеҙмәте хәбәр итә. Аҙыҡ-түлектән 2018 йылда айырыуса тары ярмаһы, йомортҡа һәм шәкәр ҡиммәтләнгән. Тауарҙарға килгәндә яғыулыҡҡа хаҡ һиҙелерлек күтәрелгән. Хеҙмәттәрҙән элемтә һәм ҡала яны поездарында йөрөү 2017 йылдағы менән сағыштырғанда күпкә ҡиммәт. Эксперттар быйыл да хаҡтар артыуын фаразлай.