Үткән аҙна Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлә. 30 йәшлек ир машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, бағанаға бәрелә. Уның 31 йәшлек кәләше алынған йәрәхәттәрҙән фажиғә урынына уҡ йән бирә. Уларҙың шулай уҡ бер йәшлек ҡыҙсыҡтары ла зыян күрә. Йәш ҡатындың өс балаһы етем ҡалды. Иң кесеһенә, әйтеп үтеүебеҙсә, бер йәш. Ике өлкәнерәк балаларға әсәйҙәренең башҡа юҡлығы тураһында әйтеп аңлатҡандар ҙа инде. Әсә наҙын башҡа татымаясағын аңлаған балаларҙың кескәй генә йөрәге был ауыр хәбәрҙе нисек күтәрер?