газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2019, 11:11

Шыршыларҙы сүплеккә ташлама

Байрамдар үтте, Яңы йылдың төп ҡунағы булған шыршыларҙың ҡәҙере китте.

Байрамдар үтте, Яңы йылдың төп ҡунағыбулған шыршыларҙыңҡәҙере китте. Иҫке Яңы йылды ҡаршылағандан һуң, кешеләр уларҙы сүплеккә ташый башланы. Ашыҡмағыҙ, туҡтап тороғоҙ, шыршыларҙы сүплеккә түгел, ә махсус урындарға тапшырырға мөмкин бит. Шулай итһәк, ҡалабыҙ ҙа таҙараҡ булыр, файҙаһын да күрербеҙ. 14 ғинуарҙан 24-енә тиклем ҡупшыҡайҙарҙы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы артындағы скверға, йә булмаһа "Вега" бассейны артындағы майҙансыҡҡа килтерергә була. "Эко-Сити" төбәк оператор уларҙы икенсе тапҡыр эшкәртеп, хужалыҡта кәрәкле ағас онтағы етештерергә әҙер. Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ, дуҫтар.
Читайте нас: