Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2019, 14:33

Сүп-сар өсөн яуаплылар

Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса берҙәм оператор булдырылды.

Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса берҙәм оператор булдырылды. Ил президенты Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Компания Мәскәүҙә урынлаша, ул сүп-сар эшкәртеүгә ҡағылышлы дәүләт программалары, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү менән шөғөлләнә.
Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан сүп-сар яңыса эшкәртелә. Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү өсөн дүрт компания яуаплы. Быйылдан сүп сығарыу өсөн ауыл кешеләре лә түләй башлай.
Читайте нас: