Учалыла ауыр яраланған Зариф Хилажевты Өфөгә күсергәндәр. Ир иҫенә килгән. Әле ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында. Табиптар уның хәлен һаман да ауыр тип баһалай. Бынан алда Зарифҡа Учалыла операция яһалған. Ирҙең яурыны, ҡул суғы, үпкәһе, диафрагмаһы, ашҡаҙаны йәрәхәтләнгән. Хәләл ефете Гөлсиәне кисә ерләгәндәр. Өйөндә Зарифты ике бәләкәй балаһы көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йәкшәмбелә Учалыла бер ир мылтыҡ менән ҡатынын баҫтырып йөрөгән, дүрт кешене, шул иҫәптән үҙенең ҡатынын атып үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Бер әҙәм аҡтығының мәғәнәһеҙ ҡылығы арҡаһында ете бала етем ҡала.