газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2019, 13:33

Бөтә бәләнең башы - эскелек

Рәсәйҙә спиртлы эсемлек һатыу урындары кәметелә.

Рәсәйҙә спиртлы эсемлек һатыу урындары кәметелә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы "Демография" милли проектына үҙгәрештәр әҙерләгән. Уға ярашлы, халҡы 100 мең кешенән аҙыраҡ булған ҡалаларҙа алкоголь менән сауҙа иткән магазиндар һаны 50-нән дә артмаҫҡа тейеш. Белгестәр фекеренсә, спиртлы эсемлектәр һатыу буйынса сикләүҙәр индереп, хәмер ҡулланыуҙы һәм үлем осраҡтарын кәметергә була. Әүҙем йәмәғәтсе, ғалимә Гүзәл Вилданова:
- Ҡайһы бер ғаиләләрҙең тарҡалыуы тап ошо эскелеккә бәйле. Араҡы һатмаһаҡ, иҡтисади күрһәткестәр кәмей, тиҙәр. Әммә бының менән килешмәйем. Араҡы эсеп һәләк булмаһа, күмпе кеше икмәк, башҡа тауар алыр ине. Бөтә донъяла араҡыға ҡаршы көрәш бара. Беҙҙә лә ошондай магазиндар кәмергә тейеш. Кешегә магазинға араҡы алырға йөрөү оят булырға тейеш.

Читайте нас: