Рәсәй Дәүләт Думаһында унынсы йомортҡаны ҡайтарырға тәҡдим итәләр. Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров исеменә хат ебәрелгән. Уның авторҙары хаҡтарҙың йәшерен рәүештә арттырылыуы тураһында белдерә. Йәғни, 9 йомортҡа, 900 грамлыҡ һөт, 700 грамлыҡ ҡарайбойҙай һатыла. Шуға аҙыҡ-түлекте ҡаптарға тултырыуҙың аныҡ тәртибе булырға тейеш. Мәҫәлән, 10 йомортҡа, 500-әр грамлап билдәләнгән ярма, 250 грамлап тултырылған һөт, тип яҙған хат авторҙары. Күптән түгел Рәсәйҙә ҡайһы бер кибеттәрҙә ҡап эсендә 9-ар йомортҡа һатыуға сығарылыуы тураһындағы хәбәр интернетта гөжләне.