Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 10:54

Закон һағында эшләп, закон боҙған

Баш ҡалала ришүәт алған полиция автоинспекторы тотолған.

Баш ҡалала ришүәт алған полиция автоинспекторы тотолған.Былтыр декабрҙә юл-патруль хеҙмәте инспекторы тәртипһеҙ ҡыланған водителде туҡтатҡан. Уға медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителгән. Әммә водитель баш тартҡан. Инспектор мәжбүри рәүештә медицина тикшереүе үткәртмәҫ өсөн 30 мең һум һораған. Водитель ризалашҡан, әммә аҡса бирер алдынан Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына шылтыратҡан. Автоинспектор ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан.
Читайте нас: