газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 11:46

Ҡушҡанды үтәмәйҙәр

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт - сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтеү талабы тураһында тағы ла иҫкәртте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт - сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтеү талабы тураһында тағы ла иҫкәртте.

Уның фекеренсә, ҡала халҡы өсөн был хаҡ - 70, ауылдағылар өсөн иһә 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.

- Социаль-иҡтисади хәлгә, халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарына бәйле был һандарҙы аныҡ әйткәйнем инде. Мине ишетегеҙ, бүтән һандарҙы ҡабул итмәйем, - тине Радий Хәбиров.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев әйтеүенсә, әле 100 һумға тиклемге хаҡ билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, 70 һумлыҡ иң юғары күрһәткес буйынса күрһәтмә үтәләсәк.

Әйткәндәй, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн квитанциялар республика халҡына 25 ғинуарҙан килә башларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта идарасы компанияларҙан яңы түләү ҡағыҙҙарын әле үк алыу осраҡтары бар.

- Кемдәрҙер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы килә, ошондай осраҡтарҙы мотлаҡ тикшереп, башҡаларға һабаҡ булырлыҡ итеп, ҡәтғи сара күрәсәкбеҙ. Мәсьәләне махсус контролгә алыуҙы һорайым - ике тапҡыр түләү осраҡтары булмаҫҡа тейеш, - тине Радий Хәбиров.


Читайте нас: