Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 11:05

Табиптарһыҙ ҡалмаҫбыҙ

Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн республика 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә.

Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн республика 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә. Башҡортостанда был йүнәлештә проект тормошҡа ашырыла.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин:
- Был проект индерелеү менән белгестәрҙе өҙлөкһөҙ уҡытыу эшенә ҙур иғтибар бүленәсәк. Дауаханаларҙа оноклогтар, кардиологтар, нейрохирургтар артасаҡ.
Бихисап район дауаханаларында эндокринолог, нейрохирург, кардиолог һәм башҡа ошондай үтә талап ителгән белгестәр етешмәй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Рима Үтәшева:
- Һәр район дауаханаһында хирург, терапевт, акушер-гинеколог һәм педатр булырға тейеш. Әммә был үтәлмәй. Хәҙер закон сығасаҡ. Табиптарҙы уҡытыу өсөн күп ваҡыт кәрәк. Өмөт бар. Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.
Быйыл Башҡортостанға федераль бюджеттан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 5 миллиардҡа яҡын аҡса бүленә.
Читайте нас: