Яҡын арала Республика Хөкүмәте аппараты муниципаль райондар етәкселәренең эшен баһалаясаҡ. Рейтинг 72 күрһәткес буйынса төҙөлә. Уларҙың иң мөһимдәре- торлаҡты сафҡа индереү күләме, табиптар менән тәьмин ителгәнлек, урамдарҙың, мәктәп, балалар баҡсалары тирәләренең яҡтыртылыуы, бер сменала уҡытыу индерелгән мәктәптәр һаны, алданған өлөшсөләр һәм пассажирҙарҙы законһыҙ ташыусыларҙың булыу-булмауы, эш хаҡы буйынса бурыс һәм башҡалар. Шулай уҡ, граждандарҙың фекере иҫәпкә алына. Иң яҡшы муниципалитеттарға районды үҫтереү өсөн гранттар биреләсәк.