газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 10:41

Кеше ғүмерҙәре ҡырыла

Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында кисә йәнә газ шартлау сәбәпле күп ҡатлы йорт емерелгән.

Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында кисә йәнә газ шартлау сәбәпле күп ҡатлы йорт емерелгән. Шартлау Хабаров урамындағы 16-сы йорттоң 9-сы ҡатында булған. Йорттың 8-се һәм 9-сы ҡаттары ишелеп төшкән, етенсе ҡатта стеналар сатнаған. Әле емереклектәр аҫтында алты кеше ҡалғаны билдәле. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер кеше һәләк булған, ете кеше ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан тере ике йәшлек баланы һәм уның әсәһен сығарған.

Барлығы йортта 72 фатир иҫәпләнә, 4-һе зыян күргән. Емерек бинанан 140 кеше эвакуацияланған.



Читайте нас: