Фажиғә Учалы районында теркәлә. Ҡото осҡан яралы ҡатын, ярһыған иренән ҡасып, күршеләренә йүгереп бара. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир йәмәғәте артынан ҡулына мылтығын тотоп килеп инә һәм ир менән ҡатынға атып ебәрә. Хужабикә шунда уҡ вафат була. Яраланған йорт хужаһын дауаханаға алып китәләр.
Бынан һуң иҫеректең ҡатыны күрше урамға ҡаса һәм ярҙамға саҡыра. Тауышҡа килеп сыҡҡан элекке милиция майорының да ғүмерен ҡыя күҙе тонған әҙәм. Һуңынан әҙәм аҡтығы ҡатынын да атып үлтерә һәм үҙен-үҙе юҡ итә.
Фажиғә урынына республиканың эске эштәр министры Роман Деев барған. Әле тикшереү дауам итә.
Шулай итеп, яуыз өс кешенең ғүмерен ҡыя, бер нисә баланы етем ҡалдыра.