Әсәлек капиталын законһыҙ ҡулланған өсөн ике ҡатын яуаплылыҡҡа тартырылған.Краснокама районында йәшәүсе 22 йәшлек ханым “әсәлек капиталын” ер һатып алыуға тотонған, Һуңынан ерҙе икенсе кешегә һатҡан. Ошондай уҡ хәл Өфө ҡалаһында ла теркәлгән. Был юлы 43 йәшлек ҡатын законһыҙ рәүештә 430 мең аҡсаны үҙләштергән.Ҡанун боҙолған ике осраҡ буйынса ла эш ҡуҙғатылған. Әсәләргә аҡсаларҙы дәүләткә ҡайтарырға ҡушылған.