Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡағиҙәләрен үҙгәрткән проект әҙерләгән. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.
* Мәктәп ашханаларында өйҙән килтерелгән аҙыҡ-түлектән бешереү тыйыла. Шуның менән бергә уҡыусыларға үҙҙәре менән емеш-еләк, киптерелгән емеш, сәтләүек алып килергә рөхсәт ителә.
* Эсемлектәр һәм десерттар тутыҡмай торған ҡорос һауытта әҙерләнергә тейеш. Кителгән, ярылған, пластмасса һәм алюмин һауыт-һабаны файҙаланырға ярамай.
* Яңы нормалар буйынса, балаларға көн һайын ит бирергә тейештәр. Көндәлек менюла һөт, аҡ май, үҫемлек майы, арыш һәм бойҙай икмәге булыуы мотлаҡ. Ике-өс көнгә бер тапҡыр рационға балыҡ, йомортҡа, сыр, эремсек, һөт аҙыҡтары индерелә.
Хроник сирле уҡыусылар медицина хеҙмәткәре күҙәтеүендә була. Бындай балаларға кислород коктейлдәрен биреү ҙә ҡаралған.