Бөгөн донъялағы иң итәғәтле байрам билдәләнә. 11 ғинуар - Рәхмәт көнө. "Рәхмәт" донъяла иң йыш әйтелгән һүҙҙәрҙең береһе.Психологтар фекеренсә, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙе кешене тынысландырыу, шатландырыу көсөнә эйә. "Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр" тигән мәҡәл дә бар башҡорт халҡында.