Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2019, 13:06

Үҙе лә ауырыған, башҡаларға ла йоҡторған

Өфөлә йәшәгән 37 йәшлек ир бер нисә кешене ВИЧ-инфекция менән зарарлауҙа ғәйепләнә.

Өфөлә йәшәгән 37 йәшлек ир бер нисә кешене ВИЧ-инфекция менән зарарлауҙа ғәйепләнә. Ул енәйәт ҡылыуын танымай. Был хаҡта республика прокуратураһы хәбәр итә.2012 йылда ирҙә ВИЧ вирусы барлығы асыҡлана. 2013 йылдың сентябренән алып ғәйепләнеүсе Интернет селтәре аша ҡатын-ҡыҙҙар менән таныша, улар менән енси бәйләнешкә инә. Әммә йоғошло сир менән зарарланыуы тураһында бер кемгә лә әйтмәй. Өс ҡатын унан ВИЧ эләктерә. Суд ирҙе 6 йылға иректән мәхрүм итеү хаҡында ҡарар сығара. Ул зыян күргән ҡатындарҙың һәр береһенә ярты миллион һум компенсация түләргә тейеш.
Читайте нас: