Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2019, 16:34

Балда антибиотик бармы икән?

Быйыл Өфөлә республика бал лабораторияһы асыла.

Быйыл Өфөлә республика бал лабораторияһы асыла. Белгестәр әйтеүенсә, уны йыһазландырыу өсөн заманса ҡорамалдар талап ителә. Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы етәксеһе урынбаҫары Азамат Буканов:

- Әле беҙ балды бер нисә күрһәткес буйынса ғына тикшерәбеҙ. Бал составында антибиотиктар һәм дарыуҙар булыуын асыҡлай алмайбыҙ. Шуға ла продукцияны экспертҡа сығарғанда ҡыйынлыҡтар тыуа. Сит илдәрҙә балды 40-ҡа яҡын күрһәткес буйынса тикшерәләр. Бының өсөн заманса ҡорамалдар талап ителә. Улар 30-40 миллион һум тора. Хөкүмәткә программа әҙерләнек. "Апимондия"ға тиклем республикала бал лабораторияһы асыласаҡ.
Өфө “Апимондия” халыҡ-ара конгресын үткәреү урыны итеп һайланды. 2021 йылда Башҡортостанға донъяның байтаҡ илдәренән умартасылар йыйыла.



Читайте нас: