Башҡортостанда балалар өсөн онкология үҙәге асыу планлаштырыла. Уны милли проект буйынса төҙөү ҡарала. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн 3,5 миллиард һум аҡса ҡулланыу күҙаллана.