Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2019, 14:33

Батыр исеменә тап төшөрмәҫкә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә "Салауат Юлаев" хоккей клубы баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. ""Салауат Юлаев" - күҙ терәп торғаныбыҙ. 60-сы йылдарҙа ойошторолған, ҡаҙаныштары булған клубтың үҫеше өсөн беҙ яуаплы. "Башнефть" менән дә һөйләшеүҙәр үтте, ярҙам һис шикһеҙ буласаҡ. Футбол һәм спорттың башҡа төрҙәре лә ярҙамһыҙ ҡалмай. Минең тәжрибә буйынса, мәҫәлән, тиҫтәләрсә мең бала Радулов, Умарк, Живоглядов һәм Слайҙың сығыштарын ҡараған төбәктәрҙә спорт күпкә һөҙөмтәле үҫешә", - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: