Рәсәйҙә ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе. Физик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны әле 2746-4942 һум тәшкил итә. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.
9 ғинуарҙан водителдәрҙе стаж һәм йәш буйынса 58 категорияға бүлеү аныҡлана (ғәмәлдә дүртәү).
Ике йылға тиклем автомобиль йөрөтөү тәжрибәһенә эйә булған 16-21 йәшлек водителдәр өсөн максималь коэффициент 1,8-ҙән 1,87-гә ҡәҙәр арта.
«Мультидрайв» полистары өсөн коэффициент та 1,8-ҙән 1,87-гә тиклем арта.
Стаж һәм йәш өсөн ташламалар ғәмәлгә инде. Иң ҙуры - 7%, алты йыл стаждан башлап 59 йәштән өлкәнерәк водителдәр өсөн билдәләнә. Элекке ОСАГО системаһында стаж һәм йәш өсөн ташламалар булманы.
Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк банкы күрһәтмәһенә ярашлы, 2019 йылдың 1 апреленән «бонус-малус» коэффициентын биреү системаһы үҙгәрә (аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама һәм авария өсөн өҫтәмә).
Автоһәүәҫкәрҙәрҙең башҡа категориялары өсөн дә ОСАГО тарифтарының база ставкалары диапазоны үҙгәрә.