газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2019, 12:05

Журналистарға - яңы наградалар

Рәсәйҙә яңы абруйлы наградалар булдырылды.

Рәсәйҙә яңы абруйлы наградалар булдырылды. Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы, "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы", "Рәсәйҙең атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт эшсеһе" исемдәре булдырылды. Тәүгеләрҙән булып абруйлы наградаға 22 кеше лайыҡ булды. Улар араһында "Хайуандар донъяһында" тапшырыуы алып барыусыһы Николай Дроздов, Йәмәғәт телевидениеһы етәксеһе Анатолий Лысенко, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы президенты Эдуард Сагалаев бар. 2018 йыл башында журналистар һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре өсөн айырым исем булдырыу теләге менән Рәсәй журналистар берлеге мөрөжәғәт иткәйне.
Читайте нас: