Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2019, 13:07

Тағы үҙгәрештә көтөлә

Берҙәм дәүләт имтихандарында үҙгәрештәр бар.

Берҙәм дәләт имтихандарында үҙгәрештәр бар.9 класс уҡыусылары рус теленән дөйөм йомғаҡлау имтиханын тапшырыр алдынан әңгәмәгә саҡырыла. Зачет ҡуйылғандан һуң ғына уҡыусыға һынау тотоу рөхсәт ителә. 11 кластар өсөн дә үҙгәрештәр бар. Уҡыусылар инглиз, француз теленән тыш, ҡытай теле буйынса ла имтихан тапшыра ала.

Быйыл информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханын ҡағыҙҙа түгел, ә компьютерҙа биреү мөмкинлеге булдырыла. Математиканан база һәм профиль имтихандары бер көндә үтәсәк. Сығарылыш класс уҡыусылары ниндәй фәндән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасағы тураһында ғаризаны 2019 йылдың 1 февраленә тиклем яҙырға тейеш. Имтихандарҙы уҙғарыу этаптары буйынса үҙгәрештәр юҡ.

Ваҡытынан алда һынау үтеү көнө 20 марттан 10 апрелгә тиклем билдәләнгән. Төп этап 27 майҙа башланып 1 июлдә тамамлана. Резерв көндәр 3 сентябрҙән 20-һенә тиклем.
Читайте нас: