Рәсәй Дәүләт Думаһында "Мәғариф" тураһында федераль законға Башҡортостан парламенты вәкилдәре тәҡдим иткән төҙәтмәләр беренсе уҡыуҙа раҫланды. 2017 йылда 392-се федераль ҡанунға индерелгән үҙгәрештәр дәүләт власы органдарына мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль учреждениеларҙың хеҙмәтләндереү шарттары сифатына бойондороҡһоҙ тикшереү үткәреү вәкәләттәрен йөкмәтә. Әммә Мәғариф тураһындағы федераль законда был төшөнсә белем биреү сифаты тип кенә аңлатыла. Башҡортостан депутаттары был хоҡуҡи аңлашылмаусанлыҡты хәл итеү бурысын ҡуя. Һәм белем биреү өлкәһен көйләгән законда ла, хеҙмәтләндереү шарттары сифатына бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү тигән һүҙбәйләнеште ҡулланыу яҡлы.