"Ҡыш бабайға хат" проекты еңеүселәре билдәләнде.Йыл дауамында башҡарған изге эштәрен барлап яҙған ҡыҙҙар-малайҙар Өфөгә ҙур байрамға саҡырылды. Республикала 16-сы йыл рәттән уҙғарылған сара балаларҙы мөғжизәгә ышандырҙы, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә, бер-береңә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Быйыл ойоштороусылар республиканың 14 ҡалаһынан һәм 42 районынан 3 меңләп хат ҡабул итте. Проектта 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнашты. 16 йыл эсендә Ҡыш бабай 80 меңләп баланан хат ала. Ҡыҙҙар-малайҙар хаттарында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, сирле балаларға операция өсөн аҡса йыйыуға бәйле һәм башҡа социаль мәсьәләләрҙе күтәрә.