Йылдың тәүге көнөндә 53 бала - 33 ҡыҙ һәм 20 малай донъяға килгән. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа демография күрһәткестәренең насарая барыуы күҙәтелә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, сабыйҙар араһында үлемгә бәйле хәл дә хафаға һала. Заманса поликлиникалар, бала табыу йорттарында уңайлы палаталар булдырырға тейешбеҙ,- ти Радий Фәрит улы.