газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2019, 14:16

Ваняның ризығы өҙөлмәгән

31 декабрҙә таңғы алтыла Магнитогорскийҙағы күп ҡатлы йортта газ шартлауы һөҙөмтәһендә бер подъезд тулыһынса емерелеп төштө.

31 декабрҙә таңғы алтыла Магнитогорскийҙағы күп ҡатлы йортта газ шартлауы һөҙөмтәһендә бер подъезд тулыһынса емерелеп төштө. Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән кешеләр сатлама һыуыҡта бетон плиталар аҫтында ҡалды.. Ошо йорт емереклектәре араһынан табылған 11 айлыҡ Ваня Фокин бөгөн аңына килгән. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова журналистарға ошо хаҡта хәбәр итте.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре илап ятҡан баланы эҙләп таба. Уны тиҙ арала махсус борт менән Мәскәүгә, Л. Рошаль етәкселегендәге дауаханаға оҙаталар. Аяҡ-ҡулдары өшөгән, баш мейеһе һелкенгән ауыр хәлдәге сабый Рәсәйҙең иң яҡшы табиптарының күҙәтеүе аҫтында, әсәһе лә уның янында. Баланың әсәһе һаман стресс хәлендә, ҡурҡыу тойғоһонан арына алмай, әммә улының хәле яҡшырыуға бик шатлана.
Читайте нас