Киләһе йылда Рәсәй юлдарының хәүефле өлөштәрендә тауышлы һыҙат булдырыла. Ундай урындарҙа машина тәгәрмәстәре юлды ике өлөшкә бүлеп торған һыҙатҡа менһә, тауыш сыға. Автомобиль дерелдәгәс, водитель дә иғтибарын арттыра. Бындай һыҙаттар аварияны ысынлап та кәметеүен иҫбатлағандан һуң ғына ил буйынса ҡабул итергә кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.