Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2019, 14:43

Бүләк түгел, әсәһенең һауығыуын һораған

Салауатта йәшәүсе ете йәшлек малай Ҡыш бабайҙан бүләк түгел, ә әсәһенең һауығыуын һораған.

Салауатта йәшәүсе ете йәшлек малай Ҡыш бабайҙан бүләк түгел, ә әсәһенең һауығыуын теләгән. Күп балалы әсә Светлана Рузматова өс йыл инде бауыр циррозынан яфалана. Новосибирскиҙа тәғәйенләнгән дауаланыу курстарын үтергә ул бер нисек тә китә алмай. Сөнки уның улы Илһам да ауыр сирҙән интегә. Һуңғы көндәрҙә Светлананың хәле ҡырҡа ауырлашҡан.

Яңы йыл алдынан Илһам Ҡыш бабайға хат яҙған. "Йыл буйы үҙемде яҡшы тоттом. Һинән бер нәмәне генә үтенеп һорайым: әсәкәйем тиҙерәк һауыҡһын ине. Әгәр теләгемде бойомға ашырһаң, ер йөҙөндәге иң бәхетле бала булыр инем", - тиелгән хатта.
Читайте нас: