Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Салауат ҡалаһында ағас йорт янған, бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Тағы бер ир дауаханаға оҙатылған. Ут төҙөк булмаған электр приборынан сыҡҡан. Шулай уҡ Өфөлә ике янғын булған, ике кеше йәрәхәттәр алған. Ҡотҡарыусылар халыҡты айырыуса байрам көндәрендә үтә иғтибарлы булырға саҡыра