Башҡортостанда "Ҡала мөхите" проекты буйынса 800 ихата һәм 150 парк-сквер тәртипкә килтерелгән. Уҙған йыл был проектҡа ҙур ауылдар ҙа ҡушылды. Ике йыл элек бюджеттан бүленгән аҡсаға ҡалаларҙа күп ҡатлы йорттар ихаталарында юлдар ремонтланды, тирә-яғы тәртипкә килтерелде. Быйылдан "Ҡала мөхите" проекты өсөн федераль ҡаҙнанан төбәктәргә 41 миллиард һум бүленә.