газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 16:30

Юлда ипләп йөрөгөҙ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы республикала көслө буран сығасаҡ, тип иҫкәртә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы республикала көслө буран сығасаҡ, тип иҫкәртә. Бөгөн һәм иртәгә һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары һалыныуы көтөлә. Ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, Башҡортостан трассаларында транспорт хәрәкәте лә сикләнә. Ҡотҡарыусылар ел көсәйгәндә урамға сығыуҙы сикләргә кәңәш итә. Айырыуса балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Читайте нас