газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 16:37

Күрһәткестәр бик яҡшынан түгел

Республика етәксеһе Радий Хәбиров инвестиция сәғәтендә төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге бик насар, тип баһаланы.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров инвестиция сәғәтендә төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге бик насар,тип баһаланы. Һуңғы ун йыл эсендә Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү күрһәткесе өс тапҡырға кәмегән. Тәүге ярты йылда сит ил компаниялары 39 миллион доллар аҡса һалған, был һан иҡтисади көрсөк осоро, тип һаналған 2008 йыл менән сағыштырғанда ла әҙерәк. Радий Хәбиров инвестициялар йәлеп итеү күрһәткестәренә анализ яһарға, кәмеү сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.
Читайте нас