газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 17:24

ХУЖАҺЫҘ СӘПИТ, ИСЕМҺЕҘ ФОТО

Халыҡ күптән зарығып көткән ҡар төштө, нәкәнис, еребеҙгә. Шул аҡҡа ҡыуанышып, кабинеттарҙа ултырып сыҙамай, урамға һибелдек. Сыҡһаҡ, бәй, редакциябыҙ алдындағы ҡайынға кемдер сәпит һөйәп киткән.

Халыҡ күптән зарығып көткән ҡар төштө, нәкәнис, еребеҙгә. Шул аҡҡа ҡыуанышып, кабинеттарҙа ултырып сыҙамай, урамға һибелдек. Сыҡһаҡ, бәй, редакциябыҙ алдындағы ҡайынға кемдер сәпит һөйәп киткән. Башта барыбыҙҙа ла, гәзиткә яҙылған өсөн отторған бүләгебеҙҙе оҡшатмай, кире ҡалдырып киткәндәрҙер, тигән уй тыуҙы. Унан башҡа ла фараздар булды: кемдер Ҡыш бабай Яңы йылға бүләк ҡалдырғандыр, тине. Икенселәр берәйһе сәпитен ҡайынға бәйләп, машинаға күсеп ултырғандыр, тигән фекер әйтте. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ? Ошо фотоға күмәкләп исем уйлашайыҡ, әйҙәгеҙ.
“Салауат”тар.
Читайте нас