газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2018, 11:47

Ыңғай үҙгәрештәр көтәбеҙ

Башҡортостан вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Рәсәй Президенты янындағы Совет ултырышында ҡатнашты.

Башҡортостан вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Рәсәй Президенты янындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев үткәрҙе. Ултырышта быйыл милли проекттарҙы булдырыу һөҙөмтәләре һәм киләсәктә уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, 12 милли проектты булдырыу эше, шулай уҡ магистраль инфраструктураны киңәйтеү һәм үҙгәретеп ҡороу планы әҙерләнгән. Бының өсөн алдағы өс йылда бюджеттан 5,7 триллион һум бүленә.
Читайте нас