газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2018, 12:04

Тиҙҙән килеп етәсәк

Рәсәйҙә грипп эпидемияһы ғинуар айында көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киҫкен вируслы инфекция йоҡтороусылар һаны ноябрь айынан арта башлаған.

Рәсәйҙә грипп эпидемияһы ғинуар айында көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киҫкен вируслы инфекция йоҡтороусылар һаны ноябрь айынан арта башлаған. Башҡортостанда ла әле киҫкен вируслы инфекция менән ауырыусылар һанының артыуы күҙәтелә, әммә эпидемия кимәленә етмәгән. Йоғошло ауырыуҙар һауа торошоноң тотороҡһоҙ мәлендә арта. Ҡаты һыуыҡтарҙа грипп таралмай. Белгестәр фекеренсә, прививка сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Өҫтәүенә, эпидемиологтар Рәсәйҙең грипҡа ҡаршы вакциналары үҙҙәренең һөҙөмтәлелеге буйынса сит илдекенән бер ҙә ҡалышмауын билдәләй. Быйыл етештерелгән вакцина менән прививка яһатырға кәрәк.
Читайте нас