газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2018, 17:17

Яман шешкә прививка

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында яман шештең ҡайһы бер төрҙәренә прививка яһау буйынса тәҡдимдәр ҡарала.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында яман шештең ҡайһы бер төрҙәренә прививка яһау буйынса тәҡдимдәр ҡарала. Кәңәшмәгә онкология белгестәре, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Профилле комитет етәксеһе Рима Үтәшева әйтеүенсә, яман шешкә ҡаршы көрәштә, иҫкәртеү саралары мөһим урын алып тора. Папиллома, вируслы сөйәлгә ҡаршы прививкаларҙы бөгөн дә яһатырға мөмкин. Бының өсөн табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк.
Читайте нас