"Өфөлә автобустар йөрөшөндә ҡатмарлыҡтар хәл ителә. Тәртип буласаҡ". Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала әйтте.«Пассажирҙар ташыуҙа тәртип урынлаштырып бөтөрәсәкбеҙ. Киләһе йылдың тәүге кварталында Өфөнөң бөтә ҡала маршруттарында автобус паркы замансаға һәм уңайлыға алыштырыла башлаясаҡ», - тине Радий Хәбиров.