газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2018, 13:00

Тәүге Мөрәжәғәтнамә башланды

Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәнамәһе башланды.

Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһе башланды.Унда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарынан тыш, Республика Хөкүмәте вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт һәм дини ойошма етәкселәре саҡырылған. Радий Хәбировтың шәхси саҡырыуы буйынса төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған шәхестәр, ауыл хужалығы, ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм табиптар ҡатнаша. Мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Башҡортостан 24" телеканалдары күрһәтә, "Спутник ФМ” һәм “Юлдаш” радиостанциялары тапшыра. Бынан тыш bash.news сайтында, БСТ-ның Yotube-каналында һәм Бәйләнештә социаль селтәрендәге Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө яңылыҡтары төркөмөндә күҙәтергә мөмкин.
Читайте нас