Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2018, 14:23

Кеше ғүмере - иң ҡиммәтлеһе

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә медицина учреждениеларын төҙөү, уларға капиталь ремонт яһау һәм реконструкция үткәреү, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә медицина учреждениеларын төҙөү, уларға капиталь ремонт яһау һәм реконструкция үткәреү, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты.Социаль объекттар һалғанда үҙ бурысын үтәй алмаған төҙөлөш ойошмаларының эшенә сик ҡуйыласағы тураһында ла белдерҙе. Дарыуханаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. Был өлкәлә тәртип урынлаштырырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
“Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреүе айырыуса оҡшаны. Кеше ғүмере - иң ҡиммәтлеһе”, - тине медицина фәндәре докторы, профессор Шамил Ганцев.

Читайте нас