3 йыл эсендә республикалағы бөтә медицина учреждениеларына пандустар ҡуйыласаҡ. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Бөгөн дауахана һәм поликлиникаларҙың яртыһынан күбеһендә генә мөмкинлеге сикләнгән һәм хәрәкәт итеүе ҡыйын булған кешеләр өсөн уңайлы шарттар бар.