Ҡала башлығы Фәрит Ғилманов бөгөн йәйәүлеләр йөрөгән ерҙә лампаларҙы алыштырыу эше барышын тикшерҙе. Быға тиклем ҡала хужалығы идаралығы һәм ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Салауат урамдары ҡарап үтелгәйне. Унда 95 яҡтыртҡыстың төҙөк булмауы асыҡланған. Бөгөн уларҙың 80-е алыштырылған. Эш 20 декабрҙә тамамланасаҡ.