газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
15 Декабря 2018, 10:29

Радий Хәбиров Ишембай районында

Бөгөн Республика етәксеһе Ишембай районының күп кенә объекттарында булды. Петровский балалар йортона ла юл алды. Әле бында 24 бала тәрбиәләнә. Радий Хәбиров балалар менән аралашты һәм уларҙы Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Балалар йорто ишеге алдында Республика етәксеһен күрше Әрметрәхим ауылы халҡы көтөп алды.Төбәктә йәшәүселәр газ селтәре һуҙыу, юлдарҙы төҙөкләндереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Петровское ауылында участка дауаханаһы эшләп килә. Табиптар етешмәү сәбәпле, халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәй. Дауахана бинаһы 1971 йылғы. Капиталь ремонт күргәне юҡ. Радий Хәбировтың табиптар менән аралашҡандан һуң, Петровское дауаханаһын йәйгелеккә ремонтлау һәм дауаханаға йәш белгестәр йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Читайте нас