Торатау менән Йөрәктау ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, ә хөкүмәткә уны ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү бурысы йөкмәтелде. Указға ярашлы, геопаркка «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәре һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә башҡа объекттар индерелә. Был Торатау менән Йөрәктауға һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы тыйған федераль һәм халыҡ-ара һаҡланған статус биреү өсөн эшләнгән. Бынан тыш, хөкүмәт Өфөләге Конгресс-холдың исемен «Торатау конгресс-холы» тип үҙгәртергә тейеш.