Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға ауырығанлыҡ ҡағыҙы һәм дарыуҙарға рецепт яҙырға хоҡуҡ биреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Хөкүмәттә "Сәләмәтлек сәғәте" ултырышында был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерелде. Уҙған аҙнала Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ "Сәләмәтлек сәғәте"ндә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ документы һәм дарыуҙарға рецепт биреүҙе фельдшерҙарға ла рөхсәт итеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушҡайны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, һәр район йәки ҡалала дауаханаларҙың баш табиптары бойороҡ сығарып фельдшерҙарға ла дарыуҙарға рецепт яҙырға рөхсәт ите ала. "Больничний"ға килгәндә, бында ла ошондай тәртип ҡарала. Фельдшер ауырығанлыҡ ҡағыҙын бирә ала, әммә уны ябыу өсөн табипҡа барырға тура киләсәк.