Быға тиклем барлыҡ балалар баҡсалары һәм уҡыу йорттарында аутсорсинг индерелгәйне. Ул туҡланыу хаҡын түбәнәйтеү, ә сифатты яҡшыртыуға йүнәлтелде. Әммә ысынбарлыҡта, республиканың бихисап райондарында мәктәптәге иртәнге һәм төшкө аш бер нисә тапҡыр ҡиммәтләнде. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин аутсорсинг системаһының һөҙөмтәлелеген һәм уның кәрәкме, юҡмы икәнлеген баһаларға тәҡдим итте. Республиканың алты муниципалитетында аутсорсинг индерелмәгән. Ике районда был алымды ҡулланып ҡарағандар. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан элекке туҡланыу системаһына күскәндәр.