Башҡортостанда балалар өсөн протездар етештерелә башлай. Заманса ҡулайламаларҙы "Сколково" үҙәге белгестәре уйлап сығарған. Беҙҙең республикала "Моторика" тигән проект һынала. Уға ярашлы, әҙерләнгән заманса протездар сит ил өлгөләренән күпкә арзан. Инвалидтар өсөн төрлө әйберҙәрҙе ҡулға тотоу ғына түгел, велосипед, самокатта йөрөү, хатта йөҙөү мөмкинлеге була, - тип хәбәр итәләр Республика социаль страховкалау фондынан.